понедельник, 31 августа 2015 г.

Польша министры раҫланы: Өсөнсө рейх хазиналары менән поезд ысынлап та бар.


Өсөнсө рейх хазиналары тейәлгән поезд ысынлап та бар һәм ул хәүефһеҙ урында”, -тип белдерҙе Польша мәҙәни мираҫы министры.

1945 йылда юғалған состав Валбжих ҡалаһы янындағы Ксенж һарайында булыуы ихтимал.

Урындағы легендалар буйынса, бронепоезда нацистар совет ғәскәрҙәре ҡалаға яҡынлаша башлағас Бреслауҙан алып сыҡҡан алтын. Ул, имеш, һарай янындағы туннелгә ингән дә юҡҡа сыҡҡан.

Белеүемсә, Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң, был поезға бер кем дә барып етә алмаған. Поезды йәшергәндәрҙең береһе вафат булыр алдынан уның ҡайҙалығын һөйләгән,”-тип белдерҙе мәҙәниәт мираҫы министры Петр Жуковский.

Уҙған аҙнала, немец һәм поляк, составты табыуы хаҡында белдерҙе һәм хазиналар хаҡының 10 процентын талап итте.

Валбжа- күп һанлы галереялары булған шахтерҙар районы. Хазиналарға һунар итеүселәр раҫлауынса, ер аҫтында төшөрөлгән кинола бронепоезд шәүләһе ап-асыҡ күренә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий