вторник, 1 сентября 2015 г.

Төркиәлә Британияның 2 журналисын терроризмда ғәйепләйҙәр.


Төркиәнең Диярбаҡыр провинцияһы суды илдең көньяҡ-көнсығышында ҡулға алынған Британияның 2 журналисын һаҡ аҫтында ҡалдырырға ҡарар итте. Халыҡ-ара Vice News яңылыҡтар телеканалы хәбәрсеһе Джейк Ханрахан һәм оператор Филипп Пендлбери “террористик ойошмаға эшләүҙә” ғәйепләнә. Уларҙың ирак тәржемәселәренә лә шундай ғәйепләү белдерелгән.

Адвокат Пойраз Орал былай ти:

Улар менән осрашҡас, ни өсөн ҡулға алыуҙары хаҡында һорашты һәм ниндәйҙер хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡатнашлыҡтары булмауын белдерҙе. Мин уларға берәүҙең ошағы арҡаһында ҡулға алыныуҙарын аңлаттым.”

Диярбаҡыр провинцияһында төрөк көс структураларының Курдстан Эшселәр фирҡәһе боевиктарын эҙләү һәм нейтралләштереү операцияһы бара. Анкара белдереүенсә, улар тау-ташлы урындарға урынлашып алған һәм шунан тәртип һағында тороусыларға һөжүм итә.

Журналистарҙы 27 августа, тегеләр курд боевиктары һәм төрөк полицияһы бәрелешен киноға төшөргәндә ҡулға алғандар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий