вторник, 1 сентября 2015 г.

Германия ҡасаҡтарҙың яңы ағымын ҡабул итә.


Германияға Венгрия һәм Австриянан төнөн һәм бөгөн иртән йөҙҙәрсә ҡасаҡ поездарҙа килде. Мюнхенда уларҙы тимер юл вокзалының бер залына урынлаштырҙылар. Урындағы халыҡтан торған волонтерҙар ҡасаҡтарға һыу һәм аҙыҡ-түлек таратты. Мигранттарҙың документ мәсьәләләрен мөмкин ҡәҙәр ябайлаштырҙылар. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, ошо төндә ил территорияһына Сүриә, Ирак һәм Эритреянан өлөшләтә поездар, өлөшләтә автобустар менән 600-1500 ҡасаҡ килгән.

Германия канцлеры Ангела Меркель бөгөн ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү проблемаһы хаҡында Испания хөкүмәте башлығы Мариано Рахой менән һөйләште.

Үҙ-ара ғәйепләүҙәр урынына беҙ дөйөм Европа һыйыныу урыны биреү сәйәсәтен булдырырға тейешбеҙ,-тип белдерҙе Ангела Меркель.-Бында һүҙ кисекмәҫтән ҡасаҡтарҙы теркәү үҙәктәре булдырыу тураһында ла һүҙ бара. Улар бөтә Евроберләшмәне хеҙмәтләндерергә, ҡасаҡтар килгән хәүефһеҙ илдәрҙе асыҡларға тейеш. Иҡтисади ауырлыҡтарҙың һыйыныу урыны алыуға сәбәп була алмауын аңлаһындар өсөн, мигранттарҙы ватандарына кире ҡайтарыу мөмкинлектәрен дә ҡарарға кәрәк. ЕС илдәре араһында ҡасаҡтарҙы ғәҙел итеп бүлеү ҙә мөһим.”

Германияның федераль полицияһы иһә илгә ҡасаҡтарҙы легаль булмаған юлдар менән ташыған енәйәтселәргә ҡаршы көрәште көсәйтте. Bild гәзите хәбәр итеүенсә, ошо йылдың 7 айында ғына ла поездарҙағы, сик буйындағы тикшереүҙәр ваҡытында ошондай енәйәттәрҙә шик аҫтына алынған 1785 кеше ҡулға алынған. Уларҙың күбеһе- Венгрия кешеләре, икенсе урында румынияныҡылар.



Комментариев нет:

Отправить комментарий