среда, 2 сентября 2015 г.

Европала ҡасаҡтар: йәй эсендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар һаны өс тапҡырға артҡан.


Һуңғы өс ай эсендә көс ҡулланыуҙарҙан, һуғыштан ҡасҡан һәм Грециянан Македония аша Европаға барып етергә маташҡан ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һаны өс тапҡырға артҡан.
Был турала шишәмбе донъя күргән БМО-ның балалар фонды докладында әйтелә. Фондтың рәсми вәкиле былай тине:

Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, көн һайын Македония территорияһы аша 3 мең кеше үтә. Уларҙың өстән бере ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар. Июндә генә улар 10 % ине. Йәнә бер үҙенсәлек шунда: ҡатын-ҡыҙҙарҙың 12 проценты ауырлы.

Июндән алып Македонияның Гевгелия ҡалаһы ҡасаҡтар үҙәгендә 52 меңдән ашыу кеше теркәлгән. БМО иҫәбе буйынса, шул ҡәҙәр үк халыҡ Македонияла теркәлмәйенсә китә.

Македония эске эштәр мәғлүмәттәре буйынса, иң күп ҡасаҡтар Сүриәнән.


Авторы: Irina Sheludkova

Комментариев нет:

Отправить комментарий