Ливанда
хөкүмәткә ҡаршы акциялар дауам итә.
Шишәмбе көн Бейрутта тиҫтәләрсә
манифестант тирә-яҡ мөхитте һаҡлау
бинаһын баҫып алды. Улар ведомство
башлығы Мөхәммәт Машнуҡтың кисекмәҫтән
отставкаға китеүен талап итте. Министр
полиция һағы аҫтында кабинетта ҡалды.
Кискә табан хоҡуҡ һағында тороусылар
министрлыҡ бинаһын азат итте. Урындағы
киң мәғлүмәт саралары ҡулға алынғандар
һәм зыян күреүселәр хаҡында хәбәр итә.
Ҡаршылыҡ
хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҡала үҙәгендә
йыйылды. Ҡаршылыҡ хәрәкәте активистары,
июль уртаһында Наамалағы сүплекте япҡас
башланған илдәге “сүп-сар көрсөгө”
өсөн яуаплылыҡ Мөхәммәт Машнуҡ өҫтөндә,
тип иҫәпләй.
Ливан
властары сүп-сарҙы үтилләштереү
мәсьәләһен әле булһа хәл итә алмай.
Шәмбеләге ҙур митингыла ҡатнашыусыларҙың
72 сәғәтлек ультиматумында Машнуҡтың
отставкаға китеүе тәүге пункт булып
тора. Улар шулай уҡ, тыныс демонстрацияны
ҡыуып таратҡан өсөн, эске эштәр министрлығы
башлығы Нухат Машнукты һәм был эшкә
яуаплыларҙың барыһын да судҡа биреүҙе
талап итте. Ҡаршылыҡ акцияһында
ҡатнашыусылар яңы парламент һайлауҙары
үткәреүҙе лә талап итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий