четверг, 3 сентября 2015 г.

Бодрум шифаханаһы янындағы фажиғә: пляжда батып үлгән ҡасаҡ балаларҙың кәүҙәләре.


Мигранттарҙың туған-тыумасаһы Бодрум шифаханаһы янындағы яр буйында батып үлгән яҡындарының кәүҙәләрен таныны. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, улар- башлыса Төркиәнән Грецияның Кос утрауына эләгергә маташҡан Сүриә ҡасаҡтары. Кәм тигәндә 12 кеше һәләк булған, араларында 5 бала һәм бер ҡатын да бар. Ҡасаҡтарҙың етәүһен ҡотҡара алғандар, ә ҡотҡарыу жилеттарындағы икәү ярға үҙҙәре йөҙөп сыҡҡан. Яр буйы һағы хәбәрһеҙ юғалған йәнә 2 кешене эҙләй, әммә уларҙы тере килеш табыуға өмөт әҙ.

Евроберләшмәгә эләгергә ынтылған тиҫтәләрсә мең ҡасаҡ ошо йәй, артабан Грецияға юл тотоу ниәте менән, Төркиәнең Эгей яр буйына килеп төшкән. Сүриә, Ирак, Афғанстан халҡы, һуғыштарҙан, теракттарҙан хөрт кенә караптарҙа, һауа тултырылған кәмәләрҙә ҡаса. Күптәр һәләк була, яңынан-яңы ҡот осмалы кадрҙар көн һайын ҡабатланып торған фажиғәләр хаҡында һөйләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий