четверг, 3 сентября 2015 г.

Исландтарҙың теләктәшлеге хөкүмәтте ҡунаҡсылыраҡ булырға мәжбүр итте.


50 ҡасаҡ- Исландия хөкүмәте 2015 йылға шундай квота булдырҙы. Хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм ябай граждандар был хаҡта белеп ҡалғас, үҙ фекерен йәшереп торманы. Күптәр, мигранттарҙы күберәк ҡабул итеүҙе талап итеп, үҙҙәренең муниципалитеттарына мөрәжәғәт итте.

Яҙыусы Бриндис Бьорнсдоттир, хөкүмәткә баҫым яһау маҡсаты менән, Facebook социаль селтәрендә төркөм булдырҙы. Исландтарҙың теләктәшлеге иҫ китмәле булды: әлеге көндә 14 меңдән ашыу кеше ошо төркөм ағзаһы.

Күп граждандар беҙҙе мигранттарға ярҙам итергә саҡырҙы, был беҙҙә ышаныс уятты. Беҙ, ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн, лагерҙар төҙөүҙе планлаштырмайбыҙ, сөнки илебеҙгә килеүселәр эш, торлаҡ табыуын, балалары мәктәпә барыуын һәм дуҫтар табыуын теләйбеҙ,”-ти Исландияның социаль тәьминәт министры.

Төркөмдөң күп кенә ағзалары ҡасаҡтарҙы йорттарына йәшәргә саҡырҙы, кемдер кейем, уйынсыҡтар менән тәьмин итергә, кемдер бушлай телде өйрәтергә вәғәҙә бирҙе. Һөҙөмтәлә, хөкүмәт махсус министрҙар комитеты төҙөнө һәм уға, ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн, квотаны нисек арттырырға мөмкинлеген асыҡларға ҡушты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий