пятница, 4 сентября 2015 г.

Эрдоган: “Урта диңгеҙҙә беҙҙең кешелеклегебеҙ батып үлде.”



Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган Европа илдәренең Яҡын Көнсығыш ҡасаҡтарына ҡарата позицияһын тәнҡитләп ташланы. Уның һүҙҙәре буйынса, Көнбайыш илдәре донъялағы терроризм проблемаһына битараф ҡалды һәм Урта диңгеҙҙе ҡасаҡтар зыяратына әйләндерҙе.

Рәжәп Тайип Эрдоган:
Ҡайһы бер Европа илдәренең позицияһын мин гуманлы, тип әйтә алмайым, улар ҡасаҡтарҙы квалификацияһына ҡарап төркөмдәргә бүлә һәм ҡайһы берҙәрен генә ҡабул итә. Беҙҙең кешелеклегебеҙ Урта диңгеҙгә батты.”

Сүриәнең 2 миллион самаһы ҡасағы әле Төркиәлә. Йыл башынан алып Урта диңгеҙ аша Грецияға 218 мең самаһы кеше килгән.

Германияның эске эштәр министрлығы башлығы Томас де Мезьер шунан алда былай тигәйне:

Измир районында меңдәрсә, хатта йөҙҙәрсә мең кеше Греция ярҙарына сәйәхәткә әҙерләнә. Европа, Измир районында ҡасаҡтар өсөн ҙур лагерь төҙөүгә аҡса бүлеп, артабан Европаға легаль юл менән кем китә аласағын шунда хәл итергә мөмкин булыр ине.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий