пятница, 4 сентября 2015 г.

Бәшәр Асад оппозиция менән һөйләшеүҙәргә әҙер.


Сүриә президенты Бәшәр Асад “имен” оппозиция вәкилдәре менән һөйләшеүҙәргә әҙер, шулай уҡ ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үткәреүгә лә ҡаршы түгел- Рәсәй президенты Владимир Путин шул хаҡта белдерҙе.

Президент, Сүриә көрсөгөнән сәйәси юл менән генә сығырға мөмкин, тип иҫәпләй:

Терроризмға ҡаршы көрәштә берләшеү Сүриәнең үҙендәге сәйәси процесс менән параллель рәүештә барырға тейеш. Сүриә президенты быға риза, ваҡытынан алда һайлауҙар, әйтәйек, парламент һайлауҙары уҙғарыуға ла ҡаршы түгел, “имен” оппозиция вәкилдәре менән һөйләшергә, уларҙы идара итеүгә йәлеп итергә лә әҙер.”

Сүриәләге хәлдәр иһә көсөргәнешле. Бәшәр Асадтың терәге һаналған Латакия ҡалаһында 2 сентябрь көндө теракт эшләнгән. Мина һалынған автомобиль шартлағанда,10 кеше һәләк булған, тиҫтәләрсәһе тән йәрәхәттәре алған.





Комментариев нет:

Отправка комментария