воскресенье, 6 сентября 2015 г.

Мигранттар: 3 йәшлек Айландың үлеме “донъяны үҙгәртергә” тейеш.


Батып үлгән өс йәшлек Айландың инәһе Тима Курди, ярға сығарып ташланған баланың фотоһы мигранттар фажиғәһенең һуңғы ҡурҡыныс дәлиле булыр, тип өмөтләнә. Ғаилә башлығы ғына иҫән ҡалған Сүриә ғаиләһенең тарихы донъя халҡын тетрәтте.

Тима Курди Канадала йәшәй. Канада властары уның туғанына, Айландың атаһына, ҡасаҡ статусы биреүҙән баш тартҡан. Тима, был фажиғә донъяны үҙгәртер, ә уның һымаҡ ҡасаҡтарҙың ышанысы артыр, тип өмөтләнә.

Һуңғы йылдарҙа Канада ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүгә квотаны арттырҙы, уҙған йыл аҙағында ул 21 мең иракты ҡабул итте һәм 2017 йылға ҡәҙәр 11300 сүриәлегә ҡасаҡ статусы биреүҙе планлаштыра. Канада хөкүмәте тәү сиратта һөнәри иммиграцияға һәм спонсорҙар программаларына йөҙ тота.

Торонто үҙәгенә манифестацияға сыҡҡан кешеләр иһә, Канада миграция көрсөгөн хәл итеүгә әҙ көс һала, тип иҫәпләй. Ҡаршылыҡ акцияһына сығыусылар: “Үлемдәр етер!”- тип һөрәнләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий