понедельник, 24 августа 2015 г.

ЕС: Статкевичты һәм башҡа сәйәси тотҡондарҙы азат итеү- “алға китеш”.


Бер нисә тиҫтә йәмәғәт активисы һәм журналистар Минск автовокзалында элекке президентлыҡҡа кандидат Николай Статкевичты ҡаршы алды. Көн элгәре Белоруссия президенты уны һәм Евроберләшмә сәйәси тотҡон тип иҫәпләгән йәнә 5 кешене ярлыҡаны һәм азат итте.

Николай Статкевич 2010 йылда, Лукашенко еңеп сыҡҡан президент һайлауҙарынан һуң, тәртипһеҙлектәр ойоштороуҙа ғәйепләнеп, 6,5 йылға хөкөм ителгәйне.

Һайлауҙарға ҡәҙәр Лукашенко мине сығарырға баҙнат итмәҫ, тип уйлағайным, тик, моғайын, был уларға ҡиммәткә төшә. Өҫтәүенә уларҙың һайлауҙар менән хәлдәре ал да гөл. Оппозиция ауыр хәлдә: тауыш биреүгә ҡаршы сыға алмайҙар, берәй кандидатты яҡларға ла хәлдәре юҡ, моғайын, мине шуға сығарғандар ҙа инде,”-тип белдерҙе Статкевич.

Иреккә сығыуҙың көтөлмәгән хәл булыуын да ул билдәләп үтте һәм президент Александр Лукашенконан ярлыҡау һорамауын да әйтеп китте.

Брюсселдә Лукашенконың ҡарарын “күптән көтөлгән алға китеш” тип баһаланылар. Күҙәтеүселәр иһә, ЕС-тың Минскиға ҡарата санкцияларҙы йомшартыуына яуап булыуы ла мөмкин ул, тип иҫәпләй. Август башында 24 кеше, шул иҫәптән президенттың элекке ярҙамсыһы, парламенттың юғары палатаһының экс-спикеры һәм элекке эске эштәр министры урынбаҫары, кеше хоҡуҡтарын боҙоу менән бәйле индерелгән индивидуаль санкциялар исемлегенән һыҙып ташланды.







Комментариев нет:

Отправить комментарий