понедельник, 24 августа 2015 г.

Германия. Полиция ике төн рәттән ҡасаҡтарҙы уң радикалдарҙан һаҡланы.


Немецтарҙың Хайденау ҡалаһы халҡы ике төн буйы йоҡлай алманы (Германия көнсығышындағы Саксония федераль ере), унда ҡасаҡтар ҡабул үҙәге янында тәртипһеҙлектәр һәм бәрелештәр тынмай. Йәштәр, күбеһенсә уң радикаль хәрәкәт яҡлылар, үҙәкте асыуға ҡаршы сыҡты һәм шәмбегә ҡаршы төндә үк бында килеүсе автобустар юлын ябырға маташты.

Полицияға был эшкә ҡыҫылырға тура килде. Тәртип һағында тороусыларға таштар, шешәләр һәм петардалар осто. 30-ҙан ашыу полицейский зыян күрҙе. Тәртипһеҙлектәр башында тороусы бер нисә кеше ҡулға алынды.

Апарыу тыныс үткән шәмбенән һуң, кисен йәнә ҡаршылыҡ акциялары тоҡанып китте. Ҡасаҡтарға ярҙам итеү яғында торған һул радикаль һәм антифашист төркөмдәре ағзалары ла утҡа май һипте. Полиция, үҙәкте һәм ҡасаҡтарҙы яҡлап, бәрелештәрҙе булдырмаҫҡа тырышып, йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.

Төрлө ил мигранттары ағылған Германия ҡасаҡ статусы биреүҙең либераль системаһы менән айырылып тора. Быйыл илгә һыйыныу урыны эҙләп килеүселәр һаны 4 тапҡырға артып, 800 мең кеше булыуы ихтимал, тип көтәләр, ә ул иһә ил халҡының 1 процентын тәшкил итә. ГФР миграция мәсьәләһен бергәләп хәл итергә теләмәгән ЕС дәүләттәрен тәнҡитләй һәм эске сиктәрҙе япмаҫҡа саҡыра.





Комментариев нет:

Отправить комментарий