воскресенье, 23 августа 2015 г.

Македония властары мигранттар проблемаһын уларҙы Сербия сигенә оҙатып хәл итә.


Македонияның сик буйындағы Гевгелия ҡаласығынан Сербияға табан мигранттар менән тәүге поезд китте. Поездағы 600 пассажир, Сүриә, Ирак һәм Афғанстандан мигранттар, диңгеҙ юлы менән тәүҙә Греция утрауҙарына килгәйне.

Көн элгәре Греция һәм Македония сигендә көсөргәнешле хәл килеп тыуҙы: унда 4 мең кеше йыйылып китте. Македония хөкүмәте үҙ территорияһында бик әҙ кешене ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе. Быға БМО һәм гуманитар ойошмалар борсолоу белдерҙе.

Һуғыштан, хәйерселектән ҡасыусы мигранттар йәшермәй: Греция ла, Македония ла, Сербия ла уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Улар Венгрияға атлыға, артабан, сиктәр юҡлыҡтан файҙаланып, Европаның бай илдәренә- Германия, Швеция һәм Голландияға юл тота аласаҡтар.

Кесаҙна көн Македония сик буйында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерҙе. Шунан бер көн алда полиция, сик буйына ябырылып килгән ҡасаҡтарҙы туҡтатырға тырышып, йәш ағыҙыусы газ һәм резина пулялар ҡулланды. Әйтергә кәрәк, эске эштәр министрлығында был мәғлүмәтте инҡар иттеләр.






Комментариев нет:

Отправить комментарий