воскресенье, 23 августа 2015 г.

Корея көрсөгө. Өмөт уятҡан һөйләшеүҙәр.

Әле һаман дауам иткән ике Кореяның юғары пост биләгән вәкилдәре араһындағы һөйләшеүҙәр көрсөктән сығыуға өмөт уята- Корея Республикаһы һәм КХДР сигендәге Пханмунджомда барған “ике плюс ике” форматындағы осрашыуҙы донъя һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары шулай баһалай.

Иртәнге 11 сәғәттә Сеулдан сик буйындағы ауазлаусы ҡорамалдарын алыуҙы талап иткән Төньяҡ Корея ультмиматумының ваҡыты үтте. Демилитаризацияланған зонаның көнбайыш өлөшөндәге Төньяҡ Корея режимын тәнҡитләп пропагандистик текстар яуҙырған тап шул ҡоролмалар КХДР яғынан утҡа тотолдо. Көньяҡ Корея артиллерияһы ла оҙаҡ көттөрмәне- яуап итеп Төньяҡ Корея яғына 155 миллиметрлы бер нисә тиҫтә снаряд осто.

Сеул сик буйында ике Көньяҡ Корея хәрби хеҙмәткәре минаға шартлағандан һуң пропагандистик тапшырыуҙар башлауы хаҡында хәбәр итә.


Ярымутрауға йәнә һуғыш янай. Сеул ғәскәрҙәре юғары хәрби әҙерлек хәлендә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий