Йома
көн Ҡытайҙың Тяньцзин ҡалаһында 116
кешенең ғүмерен өҙгән шартлау урынында
4 ерҙә йәнә янғын сыҡҡан. Халыҡты
тынысландырыу өсөн, армия шартлаған
ергә йорт ҡуяндары, тауыҡтар һәм сусҡа
балалары менән ситлектәр алып килгән.
Хәбәр итеүҙәренсә, ике сәғәт дауамында
хайуандар һаман иҫән булған.
Властар
раҫлауынса, шартаған урында экология
контроль аҫтында тотола, ә эксперттар
районды зарарлы матдәләрҙән таҙарта.
“Тест
һөҙөмтәләре һәм йыйылған башҡа мәғлүмәттәр
буйынса, шартлау үҙәгендәге һауаның
бысраныу кимәле контроль аҫтында тотола,
ә үҙәктән ситтә күрһәткестәр милли
стандарттарҙан артмай,”-ти Ҡытайҙың
тирә-яҡ мөхитте яҡлау министрлығы
вәкиле.
Шул
уҡ ваҡытта властар һаҡлағыстағы цианидтың
Тяньцзин ҡалаһы һыуҙарындағы кимәле
норманан тиҫтәләрсә тапҡыр юғары булыуын
таныны. Урындағы телевидение шартлау
булған урындан 6 километрҙағы йылғала
балыҡтың күпләп үлеүен күрһәткәндән
һуң, быны инҡар итеү ауыр.
Бында
йәшәүсе халыҡ хәүефен йәшермәй:
“Әлбиттә,
властарҙың фатирымды һатып алыуын бик
теләйем. Улым мәхшәрҙе иҫкә төшөрөп
торған был урынға ҡайтырға ҡурҡа,”-ти
бер ҡатын.
“Беҙҙең
төп роблема- райондың химикаттар менән
бысраныуы. Барыһын да бер нәмә борсой:
балаларыбыҙ ниндәй һыу эсер, ниндәй
һауаны һулар,”-ти икенсеһе.
“Синьхуа”агенствоһы
мәғлүмәттәре буйынса, һаҡлағыс хужаһы
булған Ruihai Logistics компанияһы ялған
кешеләр исеменә теркәлгән. Фажиғәнән
һуң ҡулға алынған уның етәкселеге янғын
һүндереүселәрҙән һәм тәбиғәттә һаҡлау
органдарынан лицензияны законһыҙ
рәүештә алған.
Фажиғә
ваҡытында 800 кеше тән йәрәхәттәре алған.
Бөгөн хәстәханаларҙа зыян күргән 648
кеше ята, шуларҙың 16-һы бик ауыр хәлдә.
60 кеше хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий