суббота, 22 августа 2015 г.

Марин Ле Пен атаһын “Милли фронт” сафынан сығарыуҙы хупланы.



Францияла Милли фронтсафтарында яңы ғаилә-сәйәси ғауға. Уның рәйесе Марин Ле Пен фирҡәнән атаһын һәм фронтҡа нигеҙ һалыусы Жан-Мари Ле Пенды сығарған башҡарма бюро ҡарарын хупланы.

Үҙең нигеҙ һалған һалған һәм үҙ ҡыҙың президент булып торған сәйәси хәрәкәттән эҙәрлекләнеү бик ауыр,”- ти Жан-Мари Ле Пен.

Милли фронт”ты Жан-Мари Ле Пен 1972 йылда төҙөй. 1974 йылдан алып президент һайлауҙарында ул биш тапҡыр үҙ кандидатураһын күрһәтә. 2002 йылда ҙур уңыш ҡаҙана- 17% самаһы тауыш йыйып, икенсе турға үтә.


2011 йылда фронт башына Марин Ле Пен баҫҡаc, фронттың популярлығы арта. Эксперттар фекере буйынса, киләһе президент һайлауҙарында  Марин Ле Пендың еңеүгә мөмкинлектәре ҙур. Кандидаттар Олланд, Саркози һәм Ле Пен үҙе булыуы ихтимал. Уҙған һорашыу һөҙөмтәләре буйынса, был өсәү араһынан тап Ле Пен лидер булып килә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий