четверг, 20 августа 2015 г.

Боевиктар ҡулынан атаҡлы археолог Халит Асаад һәләк булған.


Сүриәнең атаҡлы археологы Халит Асаад, боронғо ҡомартҡыларҙы күрһәтеүҙән баш тартҡаны өсөн, Пальмирала ИД төркөмө боевиктары ҡулынан һәләк булған. Был турала Сүриәнең ҡомартҡылар һәм музейҙар департаменты директоры Маамун Әбдел Кәрим хәбәр итте. Уның һүҙҙәре буйынса, 82 йәшлек архитектура-тарих комплексы директоры бер ай элек боевиктар ҡулына эләккән:

Ике ай элек мин уны ғаиләһе менән ҡаланан китергә, Дамаск ҡалаһына күсергә өгөтләнем, әммә ул баш тартты. Ул яҙмышына ышынды һәм былай тине:

Мин Пальмирала тыуҙым һәм Пальмирала ҡаласаҡмын. Ҡанымды ҡойорға тура килһә лә, ошонда ҡаласаҡмын.”


Һәйкәлдәре ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән Пальмираны ИДИЛ боевиктары май аҙағында баҫып ала. Сүриә властары, уникаль комплекс боевиктар емергән Ирактың боронғо объекттары яҙмышын ҡабатлар, тип хәүефләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий