четверг, 20 августа 2015 г.

”Зәңгәр каскалар” йәнә Үҙәк Африка Республикаһында көсләүҙәрҙә ғәйепләнә.


БМО Үҙәк Африка Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙарын “тыныслыҡ һаҡсылары” көсләүе хаҡында йәнә мәғлүмәт алды. Ул турала шаршамбы көн Бөтә донъя ойошмаһының генераль секретары канцелярияһы вәкиле Ваннина Мэстрачи хәбәр итте, ниндәй ил вәкилдәре шик аҫтына алыныуын ул әйтеп торманы. Күңелһеҙ был хәлдәр һуңғы ике аҙна эсендә булырға тейеш.

Был яңы ғәйепләүҙәр өс йәш ҡатынды МИНУСКА (Үҙәк Африка Республикаһында БМО миссияһы) хәрби контингентының өс ағзаһы көсләүе тураһында хәбәр ителгән докладҡа таяна,-тине Мэстрачи. -Беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәрен ебәргән илдәрҙе тикшереү үткәрергә йә үткәрмәҫкә ниәтләмәүҙәре хаҡында 10 көн эсендә хәбәр итеүҙәрен һораныҡ. Әгәр улар тикшереүҙән баш тартһа йәки ошо осор эсендә яуап бирмәһә, БМО тиҙ арала үҙе тикшереү үткәрәсәк.”

Зәңгәр каскалар тарафынан көсләүҙәр, хатта бәлиғ булмағандарҙы көсләүҙәр хаҡында ғәйепләүҙәр тәүге тапҡыр ғына яңғырамай. Бер аҙна элек ошоғаса эшләнгән енәйәттәр менән бәйле БМО генсегы Пан Ги Мун Үҙәк Африка Республикаһы хәрби миссияһы башлығы Бабакар Гайҙы отставкаға ебәргәйне.





Комментариев нет:

Отправить комментарий