среда, 16 сентября 2015 г.

Юта штатында ташҡындар: ҡорбандар һаны арта.


Ташҡындар арҡаһында, Американың Юта штатында кәм тигәндә 16 кеше һәләк булған. Төшөрөп алынған видеокадрҙарҙа ташҡын алып киткән ике автомобилде күрәбеҙ. Хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа 12 кеше булған, тик өс бала ғына иҫән ҡалған. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 1-4 кеше хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.

Был ваҡиғаларҙың шаһиты бына нимә һөйләй:

Ҡотҡарыусылар автомобилде асты, хәүеһеҙлек мендәрҙәрен киҫте, унда аяҡ-ҡулдар өйөлөп ята ине...

Улар берәүҙең пульсы юҡлығы хаҡында әйтте, ә беҙ, кем дә булһа иҫән ҡалғандыр, тип өмөтләнгәйнек. Улар беҙҙең яҡтан, шуға күрә араларында мин белгәндәр ҙә булғандыр инде.”

Аризона менән сиктәш булған 3 мең кеше йәшәгән Хилдейл ҡалаһы айырыуса ныҡ ныҡ зыян күргән. Бында йәшәүселәрҙең күбеһе- мормондар. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар ҙа- улар.

Был ташҡындар- һуңғы ваҡытта Юта штатының ҡайһы бер региондарына ябырылған ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий