Венгрия
үҙ сиктәрен япҡандан һуң, ҡасаҡтарҙың
тәүге төркөмө, башлыса улар Сүриә һәм
Афғанстандан, шаршамбы көн Хорватия
сиге аша сыҡҡан. Балалы ғаиләләр, улар
150 самаһы кеше, Товарник ауылына килгән.
Хорватия полицияһы хәбәр итеүенсә,
властар илгә аяҡ баҫҡандарҙы теркәй
башлаған да инде. Аҙаҡ уларҙы Загреб
ҡалаһы янындағы үҙәктәргә оҙатасаҡтар.
“Полиция
һәм врачтар менән бергә мохтажлығы
булғандарҙың барыһына ла, тәүге нәүбәттә
балаларға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға, кисекмәҫтән
беренсе ярҙам күрһәтәбеҙ. Бынан тыш
Ҡыҙыл Тәре уларҙы һыу, аҙыҡ-түлек һәм
башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә,”-ти
урындағы граждандар оборонаһы башлығы.
Хорватия
президенты Колинда Грабар-Китарович
миграция көрсөгө менән бәйле Милли
именлек советын йыясағын белдерҙе.
Әйтеүҙәренсә, йыйылыш йома йәки киләһе
шишәмбе булыуы ихтимал.
Үҙ
сиратында премьер-министр Зоран Миланович
Хорват властарының ҡасаҡтарға ил
территорияһы аша артабан юл тоторға
ярҙам итәсәген белдерҙе.
Урындағы
киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә,
Хорватияның миналарҙан таҙартыу үҙәге
үҙ эксперттарын мигранттар үтәсәк сик
буйы территорияларына оҙатҡан, сөнки
унда ҡасаҡтарҙы 90-сы йылдарҙағы Балкан
һуғышынан ҡалған миналар көтөп тороуы
мөмкин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий