Венгр
журналисы аяҡ салған сүриәле Испанияла
һыйыныу урыны алды. Сүриә премьер-лигаһының
“Әл-Фәтүә” футбол командаһы тренеры
Осама Абдулла Мөхсин яҙмышы менән испан
коллегалары ҡыҙыҡһынған. Мадрид биҫтәһе
Хетафе Футбол тренерҙарын әҙерләү милли
үҙәге филиалы уны эшкә урынлаштырырға
вәғәҙә биргән.(Хетафеның Ла Лигала сығыш
яһаған профессиональ футбол клубы бар).
Испанияның
Милли футбол тренерҙарын әҙерләү
үҙәгенән Мигель Анхель Галан былай ти:
“Осаманың
һәм уның улы Сәйеттең бәхете бар. Аяҡ
салыу ваҡиғаһы киң мәғлүмәт сараларына
эләккән, ошо хаҡта белеп ҡалғас, беҙ
улар менән бәйләнеш булдырҙыҡ. Уның
ҡатыны, ҡыҙы һәм йәнә бер улы әлегә
Төркиәлә.”
Евроберләшмә
билдәләгән квотанан тыш Испания өҫтәмә
рәүештә 17 мең ҡасаҡты ҡабул итергә ҡарар
иткән.
Авторы: Кнарик
Хачатрян
Комментариев нет:
Отправить комментарий