суббота, 19 сентября 2015 г.

Парижда XXI быуаттың “Нух кәмәһе.”


Шәмбе көн Париж халҡы һәм туристар ғәҙәти булмаған акцияның шаһитына әйләнде. Сена буйлап “Климат Нух кәмәһе” йөҙөп үтте. Унда -140 хайуан һыны, барыһы ла экологик материалдарҙан яһалған. Был акция Парижда 30 ноябрҙән 11 декабрҙә үтәсәк климаттың үҙгәреүенә бағышланған СОР21 конференцияһына төбәп үткәрелде.

Идеяның авторы- француз рәссамы Гад Вей -быны шулай аңлата: Нух кәмәһе һыу баҫыуҙан ҡасһа, климат кәмәһе глобаль йылыныуҙан ҡотолорға тырыша.

Рәссамдың эше- балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәһенең үҙенә күрә өҙлөкһөҙ уйыны,-ти Гад Вей.-Беҙ уларға фотоға төшөргә һәм ул фотоларҙы “adnclimat” хештегы менән һәм климаттың үҙгәреүенә ҡаршы тәҡдимдәр менән социаль селтәрҙә урынлаштырырға мөмкинлек бирәбеҙ. Төрлө тәҡдимдәр алырбыҙ: ҡыҙыҡлыларын да, бик үк ҡыҙыҡлы булмағандарын да, әммә улар барыһы ла фотолары менән Париж конференцияһы ваҡытында күрһәтеләсәк.”


Климат Нух кәмәһе,” Париждың күренекле урындарында туҡтай-туҡтай, йәкшәмбегә ҡәҙәр йөҙөп йөрөйәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий