суббота, 19 сентября 2015 г.

Япония парламенты армияға “дуҫ илдәр” яғында һуғышырға рөхсәт итте.


Япония парламентының юғары палатаһы күпселек тауыш менән илдең үҙоборона көстәре вәкәләттәрен киңәйтеүсе законды ҡабул итте.

Икенсе Донъя һуғышы тамамланғаны бирле, Япония армияһы тәүге тапҡыр, ил үҙе һөжүмгә дусар булмаһа ла, “дуҫ илдәрҙе яҡлап, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша ала. Оппозиция фирҡәләре вәкилдәренең ҡарар ҡабул итеүҙе туҡтатырға тырышыуы бушҡа булды, сөнки идара итеүсе блоктың законды яҡлаусылары парламенттың ике палатаһында ла күпселекте тәшкил итә ине.

Хөкүмәттең һәм оппозицияның үҙ көсөнә ингән был законға мөнәсәбәте ҡапма-ҡаршы.

Япония халҡын, уның тыныс тормошон яҡлау, илде һуғыштан йолоп ҡалыу өсөн, был закон кәрәк,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Япония премьер-министры Синдзо Абэ.

Ҡаршы сығыуҙарға ҡарамай, хөкүмәттең уны ҡабул итеүе бик ҡыҙғаныс. Япония пацифизмына, конституцияһына һәм демократияһына һөжүм был”,-ти оппозициялағы Демократик фирҡә башлығы Кацуе Окада.

Законды ҡабул иткәндә, парламент бинаһы янында күп меңлек демонстрациялар булды. Манифестанттар илгә һөжүм яһалған осраҡта ғына үҙоборонаға хоҡуҡ биргән конституцияның 9 статьяһына ҡағылмауҙы талап итте.






Комментариев нет:

Отправить комментарий