понедельник, 21 сентября 2015 г.

Стамбулда терроризмға ҡаршы митинг үтте.


 “Бөтһөн терроризм, беҙ туғанлыҡ яҡлы”- ошондай лозунг аҫтында Стамбулда күп меңлек митинг уҙҙы. Төркиә һәм террористар ойошмаһы тип иҫәпләнгән Курдстан эшселәр фирҡәһе араһында хәрби хәрәкәт көсөргәнешлеге арта барғанда, президент Рәжәп Таип Иртуған шундай сараға башланғыс бирҙе.
Оппозиция фирҡәләре митингыға саҡырылманы, төрөк флагтарын ғына ҡулланыу рөхсәт ителде.

Митингыла ҡатнашыусылар һөйләй:

-Берҙәм рәүештә терроризмға ҡаршы сығыр өсөн килдек беҙ бында. Курдтар һәм төрөктәр -туғандар, беҙ бергә йәшәйбеҙ. Беҙ дискриминацияны туҡтатырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта беҙ “Бөтһөн Курдстан эшселәр фирҡәһе!” тип әйтер өсөн дә килдек.

-Минең уйымса, һуңғы һөжүмдәрҙең төп сәбәбе Төркиәләге тотороҡлолоҡто һәм тыныслыҡты емерергә теләгән ҡайһы бер сит илдәрҙең фетнә таратыуында. Төрөктәр һәм курдтар- туғандар. Элек тә шулай булды, артабан да шулай буласаҡ.

Митинг парламент һайлауҙарына алты аҙна ҡалғанда үтте. Власть фирҡәһенең парламентта күпселекте алыу-алмауы Төркиәлә бөгөн бик ҙур абруй ҡаҙанған, курдтар яҡлы булған “Халыҡтарҙың демократик фирҡәһе”нә бәйле, әммә курд террористарының әүҙемлеге эште уйыуы бар. Бынан алда Рәжәп Таип Иртуған уның башлыҡтарын террористарҙан алыҫ торорға өндәгәйне.

Стабулдан euronews хәбәрсеһе тапшыра:

Бөтһөн терроризм, беҙ туғанлыҡ яҡлы” лозунгыһы аҫтында майҙанға йыйылған халыҡ курдтар һәм “Курдстан эшселәр фирҡәһе” араһында уртаҡлыҡ булмауын төшөндөрөргә тырышты. Ҡарарбыҙ, яуап ниндәй булыр икән.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий