понедельник, 21 сентября 2015 г.

Израиль премьеры тәртипһеҙлектәр ваҡытында полицейскийҙарға яһаулы патрондар менән атырға рөхсәт итеү яҡлы.



Израиль премьеры Биньямин Нетаньяху Иерусалимдағы урам бәрелештәрендә полицейскийҙарҙың вәкәләттәрен арттырырға бойорҙо. Мәҫәлән, әгәр тыныс халыҡҡа хәүеф булмаһа, билдәле бер осраҡта яһаулы патрондар менән атырға рөхсәт бирергә тәҡдим итте. Билдәле бер осраҡтигәндә Көнсығыш Иерусалимдың фәләстин погромсылары күҙ уңында тотола. Хәбәр итеүҙәренсә, Израилдең генераль прокуроры Йехуда Вайнштейн был сараларҙы хуплаған да инде.

Таштар һәм яндырғыс шыйыҡса һалынған шешәләр- кешене һәләк итергә һәләтле ҡорал. Улар ярҙамында үлтерҙеләр һәм үлтереүҙе дауам итәләр. Ошоға бәйле һуңғы көндәрҙә беҙ Иерусалим полицияһының атыу ҡоралын ҡулланыуҙы билдәләүсе нормаларын үҙгәрттек,”-тип белдерҙе Израиль премьеры.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар фекере буйынса, ә улар Иордан йылғаһының Көнбайыш ярындағы шундай тәжрибәгә таяна, был саралар конфликтты көсәйтәсәк кенә.

Коллектив яза биреүҙе һәм полицейскийҙарҙың деспоттарса мөнәсәбәтен дә индереп, көс ҡулланыуҙарға ғына иҫәп тотоу- законһыҙ һәм амораль күренеш,”-ти B’Tselem хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле.

Биньямин Нетаньяхуның тәҡдиме ҡорбандар алып килгән Иордандың Көнбайыш яры ҡалаларындағы яңы етди бәрелештәрҙән һуң булды. Тәртипһеҙлектәр дауам итә. Уҙған ял көндәрендә генә именлек көстәре менән бәрелештәрҙә ҡатнашыуҙа шик аҫтына алынған 27 кеше ҡулға алынған.






Комментариев нет:

Отправить комментарий