21
сентябрь- Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөн-
Лондонда күмәк медитация менән
билдәләнеләр. Ямғыр ҡойоп торһа ла,
меңдәрсә кеше кисен Трафальгар майҙанына
йыйылды. 6 сәғәт 30 минутта бөтә донъя
кешеләре, халыҡтары араһындағы тыныслыҡ
хаҡына медитация башланды.
Акция
ярты сәғәткә һуҙылды. Унда ҡатнашыусылар
онотолмаҫ тәьҫораттары менән бүлешә:
“Был
сарала бөгөн шул ҡәҙәр күп кеше ҡатнашты,
бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған кешеләр-
был мөғжизә! Уларҙың ҡайһы берҙәрен
бында килер тип тә уйлмаҫ инегеҙ. Минеңсә,
кешене яҡындан белмәй тороп, уның хаҡында
фекер йөрөтөп булмай. Беҙ төрлө- төрлө,
әммә беҙ бергә йыйылып, берләшеп, шундай
гүзәл атмосфера тыуҙыра алабыҙ икән.”
“Халыҡтың
шундай күп килеүенә хайран ҡалдым, ямғыр
арҡаһында был идеянан күптәр баш тартыр,
тип уйлағайным. Тик улай булманы. Бында
йыйылған кешеләрҙе күреү уғата ҡыуаныслы.
Иғтибар иттегеҙме икән, аҙаҡ күктә
йәйғор ҡалҡты һәм барыһы ла “ах” итте!
Йәйғор медитация бөткәс, сәғәт 7-ләрҙә
пәйҙә булды.”
Халыҡ-ара
тыныслыҡ көнө БМО инициативаһы буйынса
1981 йылдан бирле бөтә донъяла көс
ҡулланыуҙарҙан һәм атыштарҙан баш
тартыу рәүешендә йыл һайын билдәләнә.
Был көндө һуғыш хәрәкәтендә ҡатнашҡандар
адресына ҡоралды ташларға саҡырыуҙар
ишетелә.
Ошо
көнгә бағышланған сараларға Тыныслыҡ
ҡыңғырауы янындағы тантанала старт
бирелә. Тантана БМО Генераль сәркәтибе
мөрәжәғәте менән башлана, аҙаҡ ул
ҡыңғырау ҡаға һәм бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан
итә.
Авторы: Кнарик
Хачатрян
Комментариев нет:
Отправить комментарий