вторник, 22 сентября 2015 г.

Австрия: водитель-булышсылар ҡасаҡтарға ярҙам итә.


Австрияның Никельсдорф үткәреү пунктында йөҙҙәрсә ҡасаҡ Венаға автобус көтә. Уларҙың маҡсаты- артабан Германияға юл тотоу өсөн, баш ҡаланың тимер юл вокзалына йәки транзит зонаға барып етеү. Ике булышсы- Бернард Эггер-Зауэр һәм Йохан Штайнер- ҡасаҡтарҙы үҙ автомобилдәрендә бушлай Венаға ташый. Йохан һөйләй:

Мин дуҫым менән бер аҙна элек ҡасаҡтарҙы Венаға ташый башланым. Беҙ Сүриәнән балалары менән бер ғаиләне алып барғайныҡ, ҡыҙҙары һәм бәләкәй генә ике балаһы бар ине. Уларға ярҙам итеү өсөн, беҙ үҙ аҡсаларыбыҙҙы тотондоҡ. Аҙыҡ-түлек, кейем менән ярҙам иттек. Бынан тыш улар беҙҙә кейемдәрен йыуып алды.”

Никельсдорфта такси водителдәре лә ҡасаҡтарға үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Венаға сәйәхәт, ә был 70 километр самаһы юл, 150-200, хатта 800 евроға барып баҫыуы ихтимал.

Мин мигранттарҙан бер ҡасан да аҡса һораманым. Аҡсаһы булмаған һәм булыуы мөмкин дә булмаған кешеләрҙән аҡса һорамайым,- тип аңлата Бернард.-Беҙҙең Европала бөтә нәмә бар, бүлешергә мөмкинлегебеҙ ҙә бар. Минеңсә, ҡасаҡтарҙан аҡса алыу- енәйәт.

Австрия властары белдереүенсә, илгә килгән тиҫтәләрсә мең кешенең көнөнә 400-500-ө генә республикала ҡасаҡ статусы алыуға ғариза бирә.

Euronews хәбәрсеһе Андреа Хайагос Никельсдорфтан һөйләй:

Бөтә был автомобилдәр һәм таксиҙар ҡасаҡтарҙы арыу ғына аҡсаға Венаға илтер өсөн көтә. Мигранттарҙың күбеһе властар биргән автобусҡа ултырмай, Австрия баш ҡалаһына ошо юл менән барыуҙы хуп күрә, сөнки улар, ҡасаҡ лагерына алып китерҙәр, тип шикләнә.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий