понедельник, 28 сентября 2015 г.

Европала мигранттар көрсөгө: яңы юлдар, әүәлге маҡсаттар.


Мигранттар Хорватия менән Сербия сигендәге Опатовац ҡабул итеү үҙәгенә килә. Бында уларҙы теркәйҙәр һәм ҡасаҡтар артабан Хорватия- Венгрия сигенә йәки Словенияға юл тота. Ҡыш яҡынлаша, шуға күрә Хорватия лагерҙа йылытҡыстар урынлаштырырға ниәтләй. Ҡасаҡтар бында Сербиянан килә. Юлдың был өлөшө өсөн мигранттар 30-60 евро түләй.

Һүҙ уның ҡиммәт йәки осһоҙ булыуында түгел,-тип аңлата Сүриә ҡасағы.-Был бик хәүефле.”

Ә икенсе ҡасаҡ әйтеүенсә, уларҙы Сербиянан бик тиҙ Хорватияға оҙаталар.

Хорватия властары фекеренсә, һалҡындар башланғас, ҡасаҡтар илгә, Черногория, Босния һәм Герцеговинаны ситтә ҡалдырып, көньяҡ сик аша килеп инәсәк. Әммә был “йылы” юл да еңелдән түгел.

Неретва үҙәнендә властар ҙа, урындағы халыҡ та мигранттарҙы ҡабул итергә йыйына. Дубровники халҡы һөйләй:

Беҙ граждандар булараҡ ғәмәл ҡылырға тейешбеҙ: ҡулдан килгәнсә, терәк булырға, ярҙам итергә.

Мин ҡасаҡтар менән һуңғы телем икмәгем менән бүлешергә әҙер.”

Загреб хәбәр итеүенсә, Венгрия сиктәре ябылғас, ҡасаҡтарҙың күпселеге Көнбайыш Европаға Хорватия ерҙәре аша үтә. Халҡы 4 миллиондан саҡ ҡына күберәк булған ил өсөн миграция тулҡыны- етди һынау.


Комментариев нет:

Отправить комментарий