Франция
президенты Франсуа Олланд БМО трибунаһынан
донъя лидерҙарын кисекмәҫтән планетаны
ҡотҡарыу буйынса эш башларға саҡырҙы.
Олланд фекеренсә, йыл аҙағында Парижда
үтәсәк осрашыуҙа климат буйынса глобаль
килешеү төҙөлөргә тейеш. Уны бөтә илдәр
ҙә мотлаҡан үтәргә тейеш, тип күҙ уңында
тотола; зарарлы матдәләрҙе сығарып
ташлауға квоталарҙан тыш, унда илдәрҙе
климаттың үҙгәреүенә яраҡлаштырыу
программаһы, шулай уҡ хәүефһеҙ энергия
сығанаҡтарына күсеү буйынса аныҡ пландар
булырға тейеш.
Олланд:
“Был
проблемаларҙы һуңғараҡ, башҡа
конференцияларҙа хәл итергә мөмкин,
тиер берәүҙәр, әммә мин асыҡтан-асыҡ
шуны әйтәм: эште башҡа конференцияларға
ҡалдырырлыҡ ваҡытыбыҙ ҡалманы. Парижда
уны хәл итмәһәк, бар донъя өсөн һуң ғына
түгел, бик һуң буласаҡ.”
Донъяны
иң ныҡ бысратыусыларҙың береһе- иҡтисады
етеҙ үҫешкән Һиндостан. Ошоғаса был ил
климаттың үҙгәреүенә ҡаршы көрәш планы
менән таныштырманы һәм атмосфераға
зарарлы матдәләрҙе сығарып ташлауҙы
кәметеү буйынса аныҡ йөкләмәләр алманы.
Шулай ҙа Һиндостан экология йәһәтенән
саф энергияға йөҙ тотоуы тураһында
белдерә. Гуджарат штатында ошо йылдың
ғинуарында сафҡа индерелгән ҡояш электр
станцияһы бының сағыу миҫалы булып
тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий