Көндәрҙең
һалҡын булыуына, ямғырға ҡарамаҫтан,
“Балкан юлы” буйлап Көнбайыш Европаға
ағылыусы ҡасаҡтар ағымы кәмемәй. Уҙған
йома Хорватия Сербияға сикте асҡандан
һуң, илгә меңдәрсә ҡасаҡ килеп тулды,
улар Венгрия-Австрия сигенә тиҙерәк
барып етергә ынтыла.
Ә
Грецияның яр буйы һағы иһә һуңғы өс көн
эсендә Төркиәнән килә ятҡан меңгә яҡын
ҡасаҡты ҡотҡарҙы. Дүшәмбе көн Ливия
ярҙары янында ла Африканан Европаға
уҡталған 373 кеше ҡотҡарылған.
Дүшәмбе
көн Австрия-Германия сигендә 10 кеше
йыйылып киткән, улар сәғәттәр буйы
Германияға инеүгә рөхсәт көтә. Байтаҡ
кеше уларға ярҙам күрһәтә. Көндәр
һыуытыуы сәбәпле, 160 палатканан торған
лагерь ҡороу планлаштырыла.
Элегерәк
Германия президенты Йоахим Гаук, илдең
мигранттарға ярҙам итергә әҙер булыуы
хаҡында белдергәйне, тик мөмкинлектәр
сикһеҙ түгел. ГФР эске эштәр министрлығы
быйыл Германияның 800 мең ҡасаҡты ҡабул
итәсәге хаҡында белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий