ГФР
хөкүмәте миграция ҡануниәтендәге
үҙгәрештәрҙе хупланы. Ул, мәҫәлән,
һыйыныу урыны алыу хоҡуғын ҡатыландыра,
ҡасаҡтарҙың ҡайһы бер категорияларына
пособиеларҙы кәметә һәм хәүефһеҙ илдәр
исемлеген киңәйтә. Был илдәр иҫәбенә
Албания, Косово,Черногория инә. Унан
тыш илдә булыу сроктары үткән сит ил
кешеләрен депортациялау алдан иғлан
итеп тормайынса атҡарыласаҡ.
Мигранттар
ағымының артыуы арҡаһында, федераль
ерҙәр, коммуналар һәм ҡалаларҙың
мөмкинлектәре юҡ дәрәжәһендә. Ҡасаҡтарҙы
ҡабул итеү үҙәктәрендә конфликттар
сығып тора. Уҙған йәкшәмбелә Касселдә,
ризыҡ таратҡан саҡта, талаш-тартыш
сыҡҡан. 14 кеше, шул иҫәптән 3 полицейский
зыян күргән.
“6
мең кешене урынлаштырырға ла мөмкинлек
юҡ,-ти бер ҡасаҡ.-Ә бында унан да күп. Мин
ашанты ала алмайым, сөнки даими рәүештә
этеш-төртөш, бәхәстәр тыуып тора.”
Яңы
закон буйынса, әгәр инде уны парламент
хуплаһа, федераль ерҙәргә финанс ярҙамы
күрһәтеләсәк. Теркәлеү үткән һәр ҡасаҡҡа,
ғаризнамәһе ҡаралғанға ҡәҙәр, хөкүмәт
ай һайын 670 евро бүлергә ниәтләй.
ГФР
властары сентябрҙә белдереүенсә, ошо
йыл эсендә ил 800 ҡасаҡты ҡабул итәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий