Яҡын
Көнсығыш илдәрен ҡом бураны ҡапланы
һәм бер нисә кешенең ғүмерен өҙҙө.
Ливанда кәм тигәндә 2 ҡатын вафат булған.
Улар тонсоғоп үлгән. Врачтар уларҙы
ҡотҡарып ҡалырға тырышҡан, әммә улар
барыбер Бейрут хәстәханаһында донъя
ҡуйған. Был илдә тын ҡыҫылыу өйәнәге
менән меңләгән кеше врачтарға мөрәжәғәт
иткән.
Халыҡ-ара
ойошмалар иң ныҡ зыян күргән ил тип
Сүриәне атай. Бында кәм тигәндә 6 кешенең
ғүмере өҙөлгән. Илдәге хәрби хәрәкәттәр,
торлаҡтарынан мәхрүм ҡалған, палаткалы
лагерҙарҙа йәшәргә мәжбүр булған
сүриәлеләрҙең йәшәү шарттары ла хәлде
ҡатмарландыра.
Израилдең
күп өлөшөндә күреү мөмкинлеге 1 метрҙан
артмай. Тиҫтәләрсә әҙәм аңын юйған,
йөрәк өйәнәктәре менән врачтарға
мөрәжәғәт иткән.
Ғәҙәттә
Израилгә Төньяҡ Африка һәм Синай ҡом
бурандарының осо ғына килеп етә. Ә был
юлы ел ҡомдо Сүриәнән килтергән.
Синоптиктар, бысранған райондар аша
үткән ҡом үҙе менән ағыулы матдәләр
алып килеүе ихтимал, тип киҫәтә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий