среда, 9 сентября 2015 г.

Венгрия: журналист ҡасаҡҡа аяҡ салған.


Венгрияның N1TV каналы операторы Петра Ласлоны, ғауғалы ваҡиғанан һуң, эшенән бушатҡандар- Рескела ҡасаҡтар лагерын видеоға төшөргәндә, ул бәләкәй ҡыҙға типкән һәм полициянан бала күтәреп ҡасып барған мигрантҡа аяҡ салған. Ир балаһы менән йығыла, ә репортер камераһын уның асыулы йөҙөнә йүнәлтә.

Быларҙың һәммәһе лә башҡа бер яҙма аша асыҡлана- немец журналисы Стефан Рихтер Петра Ласлоны ситтән төшөрөп ала, йәмһеҙ был кадрҙарҙы интернетҡа урынлаштыра.

N1TV телеканалы уғата уң ориентацияһы менән билдәле, тик унда ла хатта репортерҙың был ҡылығын оҡшатмағандар.

Ласлоны судҡа бирһәләр һәм ғәйепле тип тапһалар, уны 5 йылға ҡәҙәр төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий