вторник, 8 сентября 2015 г.

Дания мигранттар өсөн ҡағиҙәләрҙе ҡатыландыра.


Дания мигранттарға ҡағылышлы дөйөм Европа сәйәсәтенә ҡушылырға йыйынмай, квоталар идеяһын да ул хупламай. Киреһенсә, Дания миграция ҡануниәтен ҡатыландыра, ҡасаҡтар өсөн пособиелар күләмен дә кәметә- былар хаҡында ул Ливан гәзиттәрендә донъя күргән түләүле иғландарҙа хәбәр итте.

Көлкөлө хәл,-ти Бейрутта йәшәүсе ир.-Көрсөк заманында “Беҙ ҡасаҡтарға ярҙам итәбеҙ” иғландары урынына улар ярҙамды кәметә һәм быны реклама рәүешендә эшләй. Әйтерһең, нимәлер һатырға йыйыналар. Ысынлап та, был көлкөлө хәл.”

Гуманитар акция сифатында улар мигранттарҙы ҡабул итәсәк, әммә беҙҙәге, Ливандағы һымаҡ күләмдә түгел. Беҙҙә хәҙер 2 миллион самаһы ҡасаҡ, уларҙың ҡайҙан һәм кемдәр икәнлеген дә белгән юҡ- был яраған эш түгел,”-ти Ливанда йәшәүсе ҡатын.

Дания һул үҙәк хөкүмәтенең ҡаты саралары арҡаһында, мигранттар ағымы кәмегән. Ошо ял көндәрендә Германиянан Данияға килгән 300 ҡасаҡтың 100-ө генә һыйыныу урыны һорап ғариза яҙған, ҡалғандары Финляндияға һәм Швецияға юл тотҡан.





Комментариев нет:

Отправить комментарий