Властар
кисекмәҫтән саралар күрмәһә, тәмәке
2030 йылда 20 йәшкә тиклемге һәр өсөнсө
ҠХР гражданин үлтерәсәк. Lancet медицина
журналы баҫтырып сығарған халыҡ-ара
тикшеренеүҙәрҙә шундай һығымта яһалған.
Ғалимдар 750 меңдән ашыу йәш ҡытайҙың
һаулығын тикшергән, был эш 90-сы йылдар
башынан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр алып
барылған. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,
Ҡытайҙа тәмәке тартыу менән бәйле
үлемдәр йышайған. Бөгөн был яман ғәҙәт
йыл һайын миллион самаһы кешенең ғүмерен
өҙә, әммә 15 йылдан, властар битараф
ҡалһа, тәмәке ҡорбандары 2 миллионға
етәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий