суббота, 10 октября 2015 г.

Төркиә: Today’s Zaman гәзитенең баш редакторы ҡулға алынған.


Стамбул суды йома көн Today’s Zaman гәзитенең баш редакторы Бюлент Кенешты ҡулға алыуға ордер бирҙе. Журналистарҙың мәғлүмәттәре буйынса, Кенешҡа ҡаршы эш Twitter микроблогындағы хәбәрҙәрҙән һуң ҡуҙғатылған; унда журналист илдең сәйәси эшмәкәрҙәрен, шул иҫәптән президент һәм премьер-министрҙы ла тәнҡитләгән.

Баш редакторға ҡарата ике енәйәт эше асылған һәм алты тикшереү бара. Кенеш иһә ғәйепләүҙәрҙән баш тарта, бер кемде лә мыҫҡыл итмәүе, законлы һүҙ азатлығы менән файҙаланыуы хаҡында белдерә.


Июндә Кенешты шундай уҡ ғәйепләү буйынса шартлы рәүештә 21 айға хөкөм иткәйнеләр инде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий