понедельник, 12 октября 2015 г.

Германия ҡасаҡтар өсөн транзит зоналар булдырырға ниәтләй.


Бығаса күрелмәгән легаль булмаған мигранттар ағымын сикләү маҡсатында, Германия сик буйҙарында транзит зоналар булдырырға ниәтләй. Немец хөкүмәте әле шул проект өҫтөндә эшләй. Уның инициаторҙары фекеренсә, һыйыныу урынына дәғүә итеүселәр ғаризнамәләре буйынса ҡарар сығарыуҙарын ил сигендәге ошондай зоналарҙа көтөргә тейеш буласаҡ.

Транзит зоналар немецтарҙың асышы түгел, улар Евроберләшмә директиваһында ҡаралған,-ти Германияның ҡасаҡтар эше буйынса баш координаторы Петер Альтмайер. – Эҙәрлекләүҙәргә дусар булған, бөтә нәмәһен юғалтып, яҡлауыбыҙға мохтаждарҙы иҡтисади сәбәптәр арҡаһында бында килеүселәрҙән башта уҡ айыра белергә тейешбеҙ.”

Бынан алда Бавария премьер-министры Хорст Зеехофер легаль булмаған мигранттарға ил ишектәрен асҡан канцлер Ангела Меркель позицияһын ҡаты тәнҡитләне. Ул Австрия менән сикте ябырға саҡырҙы һәм, әгәр хөкүмәт сара күрмәһә, Конституция судына мөрәжәғәт итеү менән янаны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий