вторник, 13 октября 2015 г.

Япония: АҠШ-тың хәрби базаһын күсереү мәсьәләһе йәнә хәл ителмәне.


Японияның Окинава префектураһы властары бындағы Американың Футэмма хәрби базаһын күсереү менән бәйле төҙөлөш эштәрен туҡтатыуҙы талап итте. Такэси Онага базаны Гинован ҡалаһынан Хэноко ҡултығына күсерергә рөхсәт иткән үҙенән алдағы Окинава губернаторының ҡарарын ғәмәлдән сығарҙы. Онага базаны бөтөнләй ябыу яғында.

Токио уның был эшен дөрөҫ түгел тип иҫәпләй:

Был мәсьәлә буйынса беҙ Окинаваның элекке губернаторы ҡарарына таянып эш итәбеҙ, шуға күрә эште туҡтатыуға хоҡуҡи нигеҙ күрмәйем.”

Окинавала АҠШ-тың хәрби базалары Икенсе донъя һуғышынан һуң булдырылды. Футэмма базаһын күсереү тураһындағы һөйләшеүҙәр оҙаҡ йылдар дауам итте. Японияның күпселек халҡы, утрау тәбиғәтенә һалынған зыян арҡаһында, күптән уны яптырыу яғында. АҠШ иһә мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булған был урындан ҡолаҡ ҡағырға теләмәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий