среда, 7 октября 2015 г.

Индонезияның 6 провинцияһында янғындар ҡотора.


Индонезияла урман янғындары ҡотора. Илдең 6 провинцияһы ҡуйы төтөн эсендә, ә бысраҡ һауа халыҡ өсөн бик хәүефле. Көндәрҙең ҡоро тороуы ла янғын таралыуға булышлыҡ итә.

Янғын һүндереүселәр ут менән көрәшә, уларға вертолеттар ярҙам итә. 

Янғындар махсус рәүештә ут төртөү арҡаһында башланған, тип иҫәпләйҙәр. Әйтеүҙәренсә, пальма майы етештереүсе корпорациялар, пальма ултыртыу өсөн, ерҙе ошо рәүешле таҙарта.





Комментариев нет:

Отправить комментарий