среда, 7 октября 2015 г.

”Арктика юлында” Сүриә ҡасаҡтары артты.


Оҙайлы ҡыш алдынан Сүриә һәм башҡа илдәрҙең ҡасаҡтары Рәсәйҙән йәһәтерәк Норвегияға эләгергә тырыша. Һуңғы аҙна эсендә 257 ҡасаҡ Рәсәй- Норвегия сиге аша сыҡҡан.

Норвегияның Сёр-Варангер коммунаһы властары күскенселәрҙе урынлаштырырға башҡаса мөмкинлектәре булмауы хаҡында белдерә. Ханс Мёллебаккен, был коммунаның административ үҙәге булған Киркенес ҡалаһы полицияһы начальнигы былай ти:

Стурскуг үткәреү пункты районында биналар ҙа, инфраструктура ла, персонал да етешмәй.”

Килеүселәрҙе ҡунаҡханаларға һәм 150 кешегә иҫәпләнгән махсус бинаға урынлаштырғандар. Уҙған йыл арктик маршрутты 10 кеше генә һайлаған. Урындағы полиция әйтеүенсә, быйыл ҡасаҡтар һаны меңгә етеүе ихтимал.

Сүриә ҡасағы Сусар Тахкаха һөйләй:

Был -хәүефһеҙ юл. Башҡалар диңгеҙ юлын һайлай, Төркиәнән Европағаға эләгергә маташа. Ул насар юл. Ошо айҙа ҡасаҡтар һаны артыр, тип уйлайым, сөнки был юл тураһында белеүселәр күбәйә.

Ҙур булмаған Никель ҡасабаһы Норвегия сигенән 5 километрҙа ғына. Урындағы водителдәр, штрафтарҙың юғары булыуынан шөрләп, ҡасаҡтарҙы артабан алып барырға теләмәй, шуға күрә ҡасаҡтар Норвегияға велосипедтарҙа китә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий