Кәм
тигәндә 9 кеше Филиппин һәм көньяҡ Ҡытай
өҫтөнән үткән үлемесле “Мучжигэ”
диңгеҙ ҡойоно ҡорбаны булған, тиҫтәләрсәһе
хәбәрһеҙ юғалған.
Көньяҡ
Ҡытайҙың Гуандун провинцияһында тәбиғәт
ҡазаһы 6 кешенең ғүмерен өҙгән, 200-ҙән
ашыуы зыян күргән.
Ошо
сезондың 22-сеһе булған “Мучжигэ” ҡойоно
Ҡытайҙың Гуандун һәм Хайнань провинцияларына
4 октябрҙә ябырылған. Гуандун провинцияһының
үҙәк һәм көнбайыш райондарында яуым-төшөм
100 мм самаһы булып киткән. Ел тиҙлеге
-сәғәтенә 70 километр.
Хәүефле
урындарҙан властар тиҫтәләрсә мең
кешене эвакуациялаған. Балыҡсыларҙың
39 мең тирәһе карабы кире портҡа әйләнеп
ҡайтҡан.
Гуанси-Чжуан
автономиялы районында ла хәлдәр ҡатмарлы,
бында диңгеҙ ҡойоно касафаты 870 мең
кешегә ҡағылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий