суббота, 3 октября 2015 г.

CityMobil2: автобус водителһеҙ йөрөй.


Водителһеҙ 4 автобус Грецияның Трикала ҡалаһы буйлап пассажирҙар йөрөтә. Трикала CityMobil2 программаһы сиктәрендә Европала автоматик йәмәғәт транспортында тәүге һынауҙар үткән ҡала буласаҡ.

Водителһеҙ бындай автобустар сәғәтенә 20 километр тиҙлек менән 10 тирәһе кешене йөрөтә. Маршруттың оҙонлоғо- 2,5 километр, туҡталыштар- йәмғеһе 8.

Водителһеҙ автобус буламы ни?”-тип аптырағайным. Әммә миңә был сәйәхәт оҡшаны, бер ҡыйынлыҡ та булманы,-ти оло йәштәге ханым.-Барыһы ла ҡәҙимге автобустағы кеүек. Ул минең районым аша үтә, шуға күрә мин уның менән йөрөйәсәкмен”.

Автобус электродвигателде тәьмин итеүсе аккумуляторҙарҙа эшләй. Ул GPS һәм лазер менән йыһазландырылған, беҙ билдәләгән маршрут буйынса йөрөй. Автобус тәғәйенләнгән үҙ маршруты буйынса ғына йөрөй.

Әгәр алда тотҡарлыҡ осраһа, махсус датчиктар быны тотоп ала һәм автобус шунда уҡ туҡтай.

Грециянан Евроньюс хәбәрсеһе һөйләй:

“Ҡайһы берәүҙәр, шикләнеп, ултырырға ҡурҡа. Хәҙер бурыс шундай: автобустың хәүефһеҙ икәнлегенә ышандырыу. Йәнә бер мәсьәлә бар: был транспорт сараһының башҡа машиналар һәм юл аша сығыусылар менән нисек килешә алыуын асыҡлау. Әгәр эксперимент уңышлы үтһә, Европала йәмәғәт транспорты өсөн яңы быуат башланасаҡ.”






Комментариев нет:

Отправить комментарий