суббота, 3 октября 2015 г.

Афғанстан: Ҡондоҙ хәстәханаһы авиаһөжүмгә эләккән.


Халыҡ-ара “Сиктәрһеҙ врачтар” ойошмаһының кәм тигәндә өс хеҙмәткәре Афғанстандың Ҡондоҙ ҡалаһы хәстәханаһына яһалған авиаһөжүм һөҙөмтәһендә һәләк булған. Афғанстандағы НАТО контингенты мәғлүмәттәре буйынса, һөжүм АҠШ Хәрби Һауа көстәре тарафынан яһалған булырға тейеш.

Ҡондоҙ- Афғанстандың төньяғындағы ҙур ҡала, ул афған армияһы һәм “Талибан” араһындағы һуғыштар үҙәгендә. 28 сентябрҙә талиптар ҡаланы һуғышһыҙ яулап алған. Шул ваҡыттан алып афған армияһы уның күп өлөшөн азат иткән.

Алыштар арҡаһында, Ҡондоҙҙоң “Сиктәрһеҙ врачтар”травма үҙәге яралылар менән тулған. Авиаһөжүм мәлендә хәстәханала 105 ауырыу һәм 80 медик булған.

Һәләк булғандарҙың һаны аныҡ ҡына билдәле түгел. 30 кеше хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий