понедельник, 19 октября 2015 г.

Һөжүмгә дусар булған сәйәсмән - Кёльн мэры.


Германияла һөжүмдән һуң иҫән ҡалған Генриэтте Рекер Кёльн мэры булды. Йәкшәмбе көн, Рекер хәстәханала ятҡанда, һайлаусыларҙың 52 проценты уның өсөн тауыш бирҙе. Ул Кёльн тарихында ҡала башлығы булған тәүге ҡатын.

Генриэтте Рекерға шәмбе көн һайлау алды кампанияһы сиктәрендә ҡала баҙарында булған саҡта һөжүм итәләр. Эшһеҙ 44 йәшлек ир уға бысаҡ менән ташлана һәм муйынын йәрәхәтләй. Асыҡланыуынса, һөжүм итеүсе- үтә уң ҡараштағы әҙәм. Ул Рекер яҡлап сыҡҡан Кёльнда мигранттарҙы урынлаштырыу программаһына ҡырҡа ҡаршы икән.

Шәмбе кис Кёльнда Генриэтте Рекер менән теләктәшлек акцияһы үтте. Унда ҡатнашыусылар, ксенофобияға ҡаршы сығыш яһап, мигранттарҙы яҡлап сыҡты.

Рекер ауыр операция үткәргән, әммә хәле арыу, врачтарҙың һүҙҙәре буйынса, һаулығына хәүеф янамай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий