вторник, 20 октября 2015 г.

Дрезден: ПЕГИДА яҡлылар һәм уға ҡаршы булғандар демонстрацияһы.


Дрезденда исламға ҡаршы үтә уң ПЕГИДА хәрәкәте демонстрацияһы үтте. Ул хәрәкәттең бер йыллығына төбәп ойошторолғайны. Саксония баш ҡалаһында барлыҡҡа килгән был хәрәкәт бер йыл эсендә Германияның башҡа ҡалаларында ла үҙ теләктәштәрен тапты. Ойоштороусылар иҫәбе буйынса, манифестацияла 20 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Йыйылған халыҡ алдында уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе- Лутц Бахманн сығыш яһаны. Акцияла ҡатнашыусылар бөтә асыуҙарын Германия канцлеры Ангела Меркелгә төшөрҙө. Ҡайһы бер плакаттарҙа ул мигранттар трафигын ойоштороусы итеп һүрәтләнгәйне.

Бер үк ваҡытта Дрезден урамдарына ксенофобия хәрәкәтенә ҡаршы булғандар ҙа сыҡты. Уға 15 мең самаһы кеше килгәйне.

Тантаналы йөрөштә ҡатнашыусы һөйләй:

Дрездендың халыҡ-ара аренала нацистар ҡалаһы булараҡ дан алыуы- ярамаған эш. Беҙгә күптән үк быға ҡаршы сығырға кәрәк ине.”

Манифестацияға яҡын ғына урынлашҡан Дрезден операһы ПЕГИДА лозунгылары менән ризаһыҙлыҡ йөҙөнән уттарын һүндерҙе һәм экранда шундай һүҙҙәр пәйҙә булды:

Беҙ ксенофобия өсөн декорация түгел.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий