вторник, 20 октября 2015 г.

Эрри де Лука суд ҡарары хаҡында: “һүҙ азатлығының барлығы иҫбат ителде.”


Һүҙ азатлығының барлығы иҫбат ителде”- үҙенә сығарылған суд ҡарарын Италия яҙыусыһы Эрри де Лука шулай баһаланы. Юғары тиҙлектәге тимер юлы магистрален төҙөүгә ҡаршы “фетнәгә саҡырыуҙа” ғәйепләнгән де Лука Туриндағы судтан һуң азат ителде. Судья уның эшендә енәйәт күрмәне.

Мин элеккесә шуға инанғанмын: үҙ-үҙеңде һаҡлау, хәүеф аҫтындағы йәмәғәт һаулығын, тәбиғәт, йәмәғәтселек байлығын яҡлау өсөн, уны төҙөүгә ҡаршы бөтә көстө һалып тырышырға кәрәк,-тине де Лука суд ҡарары алдынан яһаған йомғаҡлау һүҙендә.

Прокуратура Апенниндағы хәҙерге замандағы иң киң билдәле яҙыусыны 8 айға төрмәгә ултыртыуҙы талап иткәйне. 2013 йылдың сентябрендә биргән бер нисә интервьюһында ул Франция-Италия проектына саботаж иғлан итергә саҡырҙы. Дәғүәселәр, Euralpine Tunnel Lyon-Turin компанияһы, 30 көн эсендә апелляция бирә ала.

Ошо йылдың ғинуар айында тауҙа туннель һалыуға ҡаршы сыҡҡан 47 кеше, 2011 йылдың йәйендә Италия полицияһы менән бәрелештәре өсөн, төрмәгә ултыртылды, 6 кеше аҡланды.






Комментариев нет:

Отправить комментарий