среда, 21 октября 2015 г.

Словения ЕС-тан ярҙам һорай.


Хорватия-Венгрия сиге ябылып 4 көн үткәндән һуң, 19 500 мигрант Хорватия-Словения сиген аша сыҡты. Шишәмбе Словения полицияһы 2 000 ҡасаҡтан торған колоннаны Брежице ҡалаһы янында ойошторолған лагерға алып килде.

Словения үҙендә 6 мең мигрантты ғына ҡалдырырға уйлай. Шишәмбе көн 6 мең кеше Словения-Австрия сиге аша сыҡты ла инде. Ике миллионлы Словения өсөн мигранттар ағымы көс еткеһеҙ йөк. Ил президенты Борут Пахор, сик буйы контролен көсәйтеү өсөн, ЕС-тан өҫтәмә полиция көстәрен һорарға ниәтләй. Сик буйы именлеген тәьмин итеү өсөн, Словения ҡораллы көстәрен махсус вәкәләттәр менән тәьмин итеү хаҡындағы закон 21 октябрҙә үк үҙ көсөнә инергә тейеш. Словения эске эштәре министрлығы Венгриялағы һымаҡ сик буйында ҡойма ҡойоу хаҡында ла уйлап ҡуя.

БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса Баш комиссар идаралығы белдереүенсә, мигранттар ағымы уғата артҡан, сөнки ҡасаҡтар, ҡышҡы һалҡындар башланғансы, Австрияла йәки Германияла яңы төйәк табырға өмөтләнә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий