четверг, 22 октября 2015 г.

Францияның эске эштәр министрлығы башлығы “джунгли”ҙы тәртипкә һалырға вәғәҙә бирҙе.


Кале ҡалаһы янындағы легаль булмаған мигранттарҙың “джунгли” атамаһын алған төйәген барып күргән Францияның эске эштәр министры Франция-Британия сиген һаҡлауҙы көсәйтергә һәм ваҡытлыса төҙөлгән лагерҙарҙа айырыуса мохтаждар- ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн урындарҙы арттырырға вәғәҙә бирҙе.

Һуңғы аҙналарҙа бындағы легаль булмаған мигранттар һаны бер нисә тапҡыр артҡан һәм 6 мең кешегә еткән.

Миграция көрсөгө осоронда сиктәрҙе контролдә тотоу һәм именлекте тәьмин итеү- берҙән-бер лайыҡлы яуап,-тип белдерҙе Бернар Казнев.-Франция-Британия сигенең һаҡланмауы һәм Ла-Манштың арғы ярына сығыу еңел тигән сигнал таралыу мигранттар ағымын күпкә артыр ине.”

Эске эштәр министры шулай уҡ Калелағы тәртип һағы көстәрен 460 кешегә арттырырға вәғәҙә бирҙе.

Көн элгәре тиҫтәләгән мәҙәниәт эшмәкәре һәм сәйәсмән властарҙан “джунгли”ҙа хөкөм һөргән антисанитария һәм кеше лайыҡ булмаған йәшәү шарттарына ҡаршы сыҡҡан “Либерасьон”гәзитендәге мәҡәләгә ҡул ҡуйҙы. Яуап итеп, Бернар Казнев 400 ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн йылытылған палаткалар төҙөүҙе яҡын арала тамамларға вәғәҙә бирҙе, ә йыл аҙағында, Евроберләшмә фондтары ярҙамы менән, 1,5 мең мигрант өсөн ваҡытлы торлаҡ төҙөү тамамланасаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий