четверг, 22 октября 2015 г.

Төньяҡ һәм көньяҡ корейҙары: берҙәм илдә осрашһаҡ ине.


Оҙаҡҡа айырылышыу алдынан ҡосаҡлашыуҙар, күҙ йәштәре. КХДР-ҙа төньяҡ һәм көньяҡ кореялыларҙың өс көнлөк осрашыуы булды. Ярымутрау ике дәүләткә бүленгәс, байтаҡ ғаиләләр ҙә бүленеп ҡалған. Был кешеләрҙең ҡайһы берҙәре– атайҙар һәм балалар, ағай-энеләр һәм һеңлеләр бер-береһен 60 йылдан ашыу күрмәгән.

Сеул һәм Пхеньян араһында туғандарҙың осрашыуы хаҡында килешеүгә ошо йылдың авгусында, конфликтты яйға һалғанда ирешелде. Ундай саралар элек тә уҙғарылған һәм бының өсөн КХДР территорияһындағы Алмас тауҙарында Көньяҡ Корея предприятиялары ҡунаҡхана комплексы төҙөгән.

Көньяҡ Кореяла бүленеп ҡалған 66 мең ғаилә бар, әммә Төньяҡ Корея властары 536 кешенән торған делегацияға ғына килергә рөхсәт биргән. Пхеньян осрашыуға ризалыҡ биргән һайын, Сеул властары төньяҡҡа барырға теләгәндәр араһында компьютерлы лоторея һымаҡ нәмә ойоштора.


Осрашыуҙарҙан һуң хушлашҡанда, һәммәһендә бер генә теләк– йәнә берҙәм илдә осрашыу.

Комментариев нет:

Отправить комментарий