суббота, 24 октября 2015 г.

Төрөк балыҡсылары ҡасаҡтарҙың бәпесен ҡотҡарған.


Төрөк балыҡсылары Эгей диңгеҙендә йәш ярымлыҡ баланы ҡотҡарған. Был хәл илдең көнбайышындағы Кушадасы ҡалаһы тирәһендә булған. Ҡотҡарыу жилетындағы малайҙы тәүҙә һәләк булған, тип уйлағандар, әммә уның ғүмерен һаҡлап ҡала алғандар.

Малай 21 октябрҙә батҡан мигранттар ултырған ике кәмәнең береһендә булғандыр, тип уйлайҙар. Һәләкәт һөҙөмтәһендә 2 кеше батҡан, 16-һы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий